«Таланттар йондоҙлоғо» еңеүселәре өсөн яңы йыл шыршыһы


Хәҙер ун өс йыл рәттән «Әсә йөрәге» йәмғиәте һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында ижади конкурс уҙғара. Яңы йыл алдынан еңеүселәр баш ҡалаға шыршы байрамына саҡырыла. Бөгөн дә республиканың 9 районынан йөҙҙән ашыу бала Милли йәштәр театрына йыйылды. Улар өсөн клоундар, өйрәтелгән хайуандар сығышы ойошторолдо. Балалар төрлө конкурстарҙа ҡатнашып яңы йыл бүләктәре отто. Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры артистары «Ете батыр тураһында хикәйәт» спектаклен күрһәтте. Конкурстың рәсми партнерҙары - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары байрамға саҡырылған балалар өсөн бүләктәр ҙә әҙерләгән.


Балалар үҙенсәлекле. Ҡыйыулығы, үҙ-үҙенә ышанысы, маҡсатҡа ирешеүсәнлеге менән үҙенсәлекле. Улар һәр байрамиға, бигерәк тә яңы йыл тылсымына ысынлап ышана. «Таланттар йондоҙлоғо» конкурсы ла балаларҙың һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнеүенә ҡарамаҫтан алға барыу, тормошта үҙ урынын табыуға ынтылыу өлгөһө. Дәүләт Йыйылыш-Ҡоролтай депутаттары шәхси мөмкинлектәренән сығып был конкурсты тағы ла күләмлерәк итеү, балаларҙың хыялын тормошҡа ашырыуға ярҙам итәсәк.

Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ