"Башнефть" ярҙамында социаль-мәҙәни үҙәк яңыртылды

"Башнефть" ярҙамында  социаль-мәҙәни үҙәк яңыртылды

“Роснефть” компанияһына ингән “Башнефть” ойошмаһы  ярҙамында Бишбүләк районы Каменка ауылында тулыһынса яңыртылған социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Майҙаны 1 мең квадрат метрҙан  ашыу үҙәк  «Роснефть» һәм төбәк араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә реконструкциялана. Каменский ауыл мәҙәниәт йорто үткән быуаттың 50-се йылдарында төҙөлгән. Тулыһынса яңыртылған, заманса ҡорамалдар һәм инструменттар менән йыһазландырылған үҙәктә 15 клуб берләшмәһе бар, улар иҫәбенә  9 үҙешмәкәр халыҡ ижады түңәрәге, рус һәм мордва телдәрендә тамашалар күрһәткән балалар һәм өлкәндәр театр коллективтары инә. 65 йылдан ашыу тарихы булған «Эрзя» мордва фольклор ансамбле төп коллектив булып тора. Уҙған йылдар эсендә был ансамбль Каменка ауылының ғына түгел,  бөтә райондың визит карточкаһына әйләнгән. Ижади коллектив бер нисә тапҡыр үҙешмәкәр халыҡ ижады, шул иҫәптән Бөтә Рәсәй масштабындағы конкурс һәм  фестивалдәр лауреаты һәм призеры булды.

     Каменка ауылының социаль-мәҙәни үҙәгендә хәҙер  иркен концерт залы, китапхана, ауыл тарихы һәм мордва милли мәҙәниәте музейы, аш-һыу һәм костюмдар лабораторияһы, керамика кабинеты, Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң мордва тарихи-мәҙәни үҙәге барлыҡҡа килде. Бынан тыш, бында тренажер залы һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлашҡан. Улар бөтә кәрәкле әйберҙәр менән йыһазландырылған. Яңыртылған үҙәк Каменка ауылы халҡы өсөн генә түгел,  20 меңдән ашыу кеше йәшәгән Бишбүләк районы өсөн дә матур бүләк булды.

     Һуңғы 5 йылда «Башнефть» республикала 50-нән ашыу мәҙәниәт объектын төҙөнө һәм реконструкцияланы. Улар араһында Ҡариҙел районының Ҡараяр ауылында күп функциялы ауыл мәҙәниәт йортон төҙөү, Саҡмағош районының Рапат  ауылында Илфат Смаҡов исемендәге мәҙәниәт йортон реконструкциялау, Мишкә районының Мишкә ауылында мари халҡының тарихи-мәҙәни үҙәген капиталь ремонтлау һәм башҡа бик күп проекттар бар. «Роснефть " мәғариф, социаль, мәҙәни һәм мәғрифәтселек проекттарына ҙур иғтибар бүлә, компания йыл һайын  үҙе булған төбәктәрҙә уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыуға йүнәлтелгән социаль проекттарҙы  тормошҡа ашыра бара.

Фото №1 - "Башнефть" ярҙамында  социаль-мәҙәни үҙәк яңыртылды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ