Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров дәүләт советы ултырышында ҡатнашты, уны Рәсәй президенты Владимир Путин үткәрҙе. Кәңәшмәлә ғаиләләргә ярҙам итеү мәсьәләләре күтәрелде. Ултырышты асып, дәүләт башлығы тамамланып килгән Ғаилә йылына йомғаҡ яһаны һәм ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам сараларын билдәләне. Улар иҫәбендә - бер тапҡыр бирелә торған яңы түләүҙәр һәм льготалар, шулай уҡ льготалы ғаилә ипотекаһын һаҡлап ҡалыу. Владимир Путин ғаилә ипотекаһын икенсел торлаҡҡа ла таратырға тәҡдим итте. Ултырышта ҡатнашыусылар төбәктәрҙең демография өлкәһендәге тәжрибәһен, ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереү буйынса һөҙөмтәле мәғлүмәти эш булдырыуҙы тикшерҙе.
Киләһе йыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләнә. Шуға бәйле, 2025 йылды Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан итергә тигән тәҡдим индерәм. Геройҙарыбыҙ һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә һәм төрлө тарихи осорҙа Тыуған илебеҙ өсөн көрәшкән ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы иҫтәлегенә, - тине Владимир Путин.




