Бөгөн Ҡазандағы хәл буйынса Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шунда уҡ Татарстан рәйесе Рөстәм Миңлехановҡа шылтыратып туғандаш республика халҡына ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе. Үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров был шаңҡытҡыс ваҡиғаны кешелекһеҙлек тип атаны. Бөгөн пилотһыҙ осоу аппараттары Ҡазанда торлаҡ йорттарға һөжүм итеп, халыҡ тыныслығын боҙҙо. Башҡортостан туғандаш Татарстан менән бергә һәм кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ тине һәм хәлдең юғалтыуһыҙ булыуын теләне.



