Бер метрҙан бейегерәк шыуыу өсөн конструкциялар Дәүләт техник күҙәтеү ведомствоһы тикшереүе аша үтергә тейеш. Документһыҙ, үҙаллы ҡуйылған һырғалаҡтар законһыҙ һанала. Әле республикала ведомство яуаплылығында 133 тау шыуыу конструкцияһы иҫәпләнә. Тәртипкә ярашлы, улар янында тауҙан шыуыу ҡағиҙәләре менән стенд булырға тейеш.
Өфөнөң Ленин майҙанындағы һырғалаҡ та ыңғай баһаланды. Ҡышҡы ҡаласыҡ хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Әйткәндәй, майҙанда оҙаҡламай байрамса фотозона, Ҡыш бабай резиденцияһы асылып, төньяҡ боландары килтереләсәк. Әле урында шыршы ҡуйылған, боҙ фһындарын һырлау тамамланыу алдында.



