Шайморатовсылар Донецк халыҡ республикаһының Бахмут йүнәлешендә дошман позицияларын тар-мар итә

Яҡташтарыбыҙ башҡа подразделениелар үтәй алмаҫлыҡ заданиеларға йәлеп ителә. Легендар башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов вариҫтары һәр хәрби бурысты ла теүәл һәм һөҙөмтәле үтәй. Күрһәтелгән ҡаһарманлыҡтар өсөн улар йыш ҡына төрлө дәүлән наградалары менән билдәләнә. Сираттағы миҙал һәм ордендар тапшырыу тантанаһынан Айнур Кәбиров.

Нацистарға хеҙмәт иткән Американың хаммер автомобиле дрон һөжүменән күҙ асып йомғансы күмергә әйләнә. Пилотһыҙ осоу аппараты менән Шайморатов батальоны яугирҙары идара итә. Яҡташтарыбыҙ һауанан да, ерҙән дә дошманды дөмөктөрә.

Окоп артынан окоп яулап яҡташтарыбыҙ фронт һыҙығын алға күсерә. Шайморатовсылар байрағы күтәрелгән ерҙә һәр саҡ еңеү ти яугирҙар.

Шайморатовсылар легендар комдив рухына тоғро ҡала. Башҡорт атлылары дивизияһының 78 яугиры советтар союзы геройы исеменә лайыҡ. Ҡыҙыл армияның бер генә подразделениеһы ла бындай ҡаҙаныштарға ирешә алмай. Ата-бабаларыбыҙ ҡаһарманлығы беҙҙең өсөн ғорурлыҡ һәм үрнәк, ти беренсе башҡорт ирекле батальоны яугирҙары ла.

Жуков миҙалы «Бат» ҡушаматлы яҡташыбыҙ өсөн тәүге награда түгел. Ләкин быныһы айырыуса иҫтәлекле буласаҡ, ти яугир. Ни тиһәң дә, миҙалды ул тыуған көнөндә алды.

Шайморатов исемендәге батальон күп милләтле республикабыҙ сағылышы. Башҡорт, рус, татар, мари, сыуаш һәм башҡа милләт егеттәре иңгә-иң терәшеп нацизмға ҡаршы көрәшә. Дин, тел төрлө булһа ла яҡташтарыбыҙҙы хәрби туғанлыҡ, еңеүгә ынтылыш берләштерә.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ