112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби байрағы Мәскәүгә реставрацияға ебәрелә

Ҡыҙыл әләмде Миңлеғәле Шайморатовҡа 1942 йылдың 22 мартында БАССР-ҙың юғары советы президиумы рәйесе тапшыра. Байраҡтың бер яғында «Немец оккупанттарына үлем» тип яҙылһа, кире яғында шул уҡ һүҙҙәрҙе рус телендә уҡырға мөмкин. Ебәк туҡыма тимер ялатылған суҡтар менән биҙәлгән. 82 йыллыҡ тарих һаҡлаған байраҡҡа музей хеҙмәткәрҙәре бирсәткә кейеп кенә ҡағыла. Еңеү символы Өфөгә киләһе йыл апрелдә ҡайтарыласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ