Өфөнөң Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се Башҡорт лицейында кадетлыҡҡа ҡабул итеү тантанаһы үтте

Сик буйы һаҡсылары класында белем алған малай-ҡыҙҙар кадет танытмаһын алып, иленә һәм халҡына тоғро булырға ант бирҙе. Мәғариф учреждениеһында бөгөн дүрт махсус класс эшләй. Һуңғылары Яңы йыл алдынан тантаналы рәүештә кадет танытмаһын алды. Уларҙы мәктәп коллективы, ата-әсәләр менән бергә килгән ҡунаҡтар ҙа тәбрикләне. Махсус хәрби операция ҡатнашыусылары ла видеобәйләнеш аша үҫеп килеүсе быуынға изге теләктәрен еткерҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ