Нуриман районының Красная Горка ауылында заманса кинозал эшләй башланы


Ауыл халҡына кино сәнғәте. «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса Нуриман районының Красная Горка ауылында заманса кинозал эшләй башланы. Район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан һанлы форматтағы кинозал асыу тантанаһында БЮТ ижади төркөмө лә булды. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Нуриман районында заманса кинозал федераль проектҡа ярашлы асылды. «Рәсәйҙең 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарында милли фильмдар күрһәтеү өсөн шарттар булдырыу маҡсатында кино күрһәтеүҙе тормошҡа ашырыусы ойошмаларҙың ярҙамын алыу»конкурсында Красная Горка ауылы еңеп сыға. Быға тиклем мәктәп директорҙары уҡыусыларҙы Өфө кинотеатрҙарына ГАИ-нан махсус рөхсәт алып мәктәп автобустарында йөрөтһә, кинозал асылғас бындай ихыяж юҡҡа сыға.

Һанлы форматтағы заманса кинозал асылыуын район халҡы, айырыуса малай-ҡыҙҙар түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Район етәксеһе, мәҙәниәт министрлығы, кино фонды вәкилдәре яңы шарттарҙа кино ҡарарға килгән халыҡҡа ихлас Яңы йыл ҡотлауҙарын еткерҙе.

Сараның рәсми өлөшөнән һуң тамашасылар «Ап-аҡ ҡар» фильмын ҡараны. Сценарий авторы Мәғәфүр Тимербулатов, режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова төшөргән фильм хаҡында үҫмерҙәр тәьҫораттары менән дә бүлеште.

Ҡорамалдар федераль кино фонды, Рәсәй мәҙәниәт министрлығы ярҙамында бүленгән 9 миллион һумлыҡ грант аҡсаһына һатып алынған. Һанлы форматағы кинопроектор менән кинооператор идара итә. Совет осорондағы кеүек ауыр төргәктәрҙә пленкалар, киносеанс мәлендә таҫма өҙөлөү күренештәре үткән быуатта ҡалған. Кинозалда күп каналлы тауыш системаһы, ҡеүәтле һанлы проектор, ҙур экран, уйнатыу серверы ҡулланыла. Бында башҡорт телендә төшөрөлгән фильмдарҙан тыш, ил күләмендә прокатҡа сығарылғандарын да ҡарарға мөмкин. Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар Пушкин картаһы менән иҫәпләшә ала.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ