Республика район-ҡалалары урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыуға әҙерләнә


Маҡсатлы эш һөҙөмтәһе. Республика район-ҡалалары 2025 йылға урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыуға әҙерләнә. Ошо маҡсатта төбәктәрҙә граждандар йыйылыштары үтә, тәҡдим ителәсәк проекттар тикшерелә.

Ауырғазы районының Балыҡлыкүл ауыл хакимиәте йыл һайын әүҙем ҡатнашҡан биләмәләрҙең береһе. Быйыл мәҫәлән, берҙәм халыҡ көсө менән дәүләт программаһы ярҙамында Балыҡлыкүл ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыларының исемлеге ҡайтанан мәңгеләштерелгән. Төбәктә шулай уҡ башҡа дәүләт программалары ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Наумкин ауылында ғына бер юлы ике объект төҙөкләндерелгән. Почта бүлексәһе «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы программа буйынса яңыртылһа, шишмә «Башҡортостандың тәбиғәт ресурстары һәм экология» проекты ярҙамында тәртипкә килтерелгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ