Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 141-се гуманитар конвой оҙатылды


Ылауҙағы фураларҙың күп өлөшө - Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, ҡалғаны райондарҙан ирекмәндәр ярҙамында тупланған. Кәрәк-яраҡ яугирҙар, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм яңы төбәктәрҙә эшләгән яҡташтарыбыҙ заказы буйынса йыйылған.


Дәүләт Йыйылышы депутаттары махсус хәрби операцияғалағы яҡташтарыбыҙға тәүгә генә ярҙам итмәй. Яңы йыл алдынан айырыуса балаларҙы ҡыуандырғы килде. Шуға ылауға республика шефлыҡҡа алған мәктәп уҡыусылары, ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған балаларға бүләктәр һалынды.

Константин Толкачёв, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе

Гуманитар ылауға йылы кейем, маскировка селтәрҙәре, пилотһыҙ осоу аппараттары, төҙөлөш ҡоралдары, таҡта, генератор, күсмә мунсалар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тупланған. Яугирҙарға уларҙың ғаиләләренән шәхси посылкалар ҙа тапшырыла. Ә балалар яҙған хаттар һәм открыткалар һалдаттар рухын нығытыр, тигән ышаныста ирекмәндәр.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ