Яңы йылға Башҡортостанда 570 байрам ҡаласығы асыу күҙаллана


Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдереүенсә, республикала бөтәһе 1703 шыршы ҡуйылған, 633 һырғалаҡ һәм 347 каток төҙөлгән. Иглин районы үҙәгендә иһә ҡунаҡтарҙы бер юлы ике боҙ ҡаласығы ҡаршыланы. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Яңы Иглин биҫтәһендәге «Ҡояшлы» паркында урынлашҡан боҙ ҡаласығының төп ҡунағы - йәшел шыршы. Икенсе майҙансыҡ Елена Иглина исемендәге паркта асылды. Халыҡты яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова тәбрикләне. Хеҙмәт, уҡыу, йәмәғәт алдынғыларына, рәхмәт белдерҙе, яугирҙарҙың Еңеү менән ғаиләләренә имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.

Боҙ ҡаласығын асыу тантанаһында Ҡыш Бабай, Ҡарһылыу, 2024 йыл хужаһы аждаһа һәм әкиәт геройҙары ҡатнашты. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре сағыу театрлаштырылған тамаша тәҡдим итте. Балалар һәм өлкәндәр Яңы йыл шыршыһы тирәләй күңел асты, ҡыш тураһында дәртле йырҙар башҡарҙы. Тәүүәкәл һәм ҡыйыуҙар боҙ тауҙарынан шыуып кинәнде.

Яңы йыл каникулында иглиндәргә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет ҡыҙыҡлы мәҙәни программа әҙерләгән. Балалар өсөн яңы йыл байрамдары, театрлаштырылған тамашалар һәм өлкәндәр өсөн байрам саралары, төрлө спорт ярыштары уҙасаҡ.

1 ғинуарҙа иһә Елена Иглина исемендәге паркта яңы йыл вәғәҙәләре уҙышын ойоштороу ҙа күҙаллана. Был уҙыш бөтә спорт һөйөүселәр өсөн ысын бүләк буласаҡ.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ