Был турала хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова әйтеүенсә, боҙ ҡаласыҡтарының күбеһе асылған, ҡайһы бер муниципалитеттарҙа һауа торошона бәйле эштәр тотҡарланған.
Республикала 1 мең 700-ҙән ашыу шыршы ҡуйылған, 1 мең боҙ ҡумта һәм һырғалаҡ урынлаштырылған.




