Быйыл Башҡортостанда М-7 «Волга» трассаһын төҙөүгә һәм реконструкциялауға резерв фондтан өҫтәмә рәүештә 1 миллиард 600 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Был туралағы күрһәтмәгә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.
Өҫтәмә финанстар бер нисә ауылдан урау юлдарҙы алдан төҙөүгә йүнәлтеләсәк. Һүҙ Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар һәм Әсән ауылдарын урап үтеү тураһында бара. Финанслау «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проектының Федераль магистраль селтәрен үҫтереү» проекты буйынса үткәрелә. Дөйөм алғанда, 2024 йыл аҙағына тиклем Рәсәйҙә автомагистралдәр, шулай уҡ яһалма юл ҡоролмаларын төҙөүгә һәм ремонтлауға өҫтәмә рәүештә 46 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 22 декабрҙә Рәсәй президенты Владимир Путиндың Башҡортостанда һәм Татарстанда М-12 «Көнсығыш» трассаһының яңы участкаларында хәрәкәт асыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Республикала беренсе категориялы федераль трассаның оҙонлоғо 65 километр, дүрт хәрәкәт һыҙаты булған участкаһы файҙаланыуға тапшырылды



