"Роснефть" компанияһына ингән “Башнефть” ойошмаһы ирекмәндәре йыл һайын Яңы йыл алдынан тыл, нефть һәм нефть химияһы тармағы ветерандарына аҙыҡ-түлек тупланмаһы һәм компаниянан рәхмәт хаттары тапшыра. Быйыл Яңы йыл алды акцияһында “Башнефть” ойошмаһынан 50-нән ашыу әүҙем хеҙмәткәр 300-гә яҡын хеҙмәт ветеранын барып тәбрикләне. «БашНИПИнефть» ойошмаһынан хаҡлы ялға киткән 94 йәшлек Зоя Ланкина эшләгән йылдарын тик яҡты хәтирәләр менән иҫкә ала, һуғыш ваҡыты, нефть сығарыу өлкәһендә төрлө ерҙәрҙә эшләү еңел булмаһа ла, яҙмышына һәм улар хаҡында хәстәрлек күргән ойошмаға рәхмәтле булыуын белдерҙе. Мәктәптән һуң Зоя Петровна Өфө нефть институтына уҡырға инә. Шунда буласаҡ тормош иптәше - Курск дуғаһындағы алышта ҡатнашыусы фронтовик Арон Ланкинды осрата. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң Ланкиндар үҙ яҙмышын республиканың нефть тармағы менән бәйләп, Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә эшләй. Ире Ишембайҙа промысла начальнигы вазифаһында, ә Зоя Петровна Салауатта төҙөлөп ятҡан 18-се комбинатта диспетчер булып эшләй. Өфөгә күсеп килгәс, Зоя Петровна нефть эшкәртеү предприятиеларының өҙлөкһөҙ эшләүенә булышлыҡ итеүсе проект институтында хеҙмәт юлы үтә. Һуңынан ирекмәндәр «Башнефть» һәм Республика ветерандар советында етәксе вазифаларҙа эшләгән Марат Сабит улы Муллағәләмов янына юлланды. Ирекмәндәр менән осрашыуға ветеран яуаплы әҙерләнгән, уларҙы ул тулы парадта, наградалар тағылған костюмда ҡаршы ала, улар араһында өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Почет Билдәһе, Салауат Юлаев ордены бар. «Бер ҡасан да ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ. Мин быға ғүмер буйы ынтылдым», - тине хөрмәтле ветеран Марат Сабит улы һәм ирекмәндәрҙе тормошто яратып йәшәргә саҡырҙы. Бындай осрашыуҙар ветерандарға ҡаҙаныштары өсөн рәхмәт белдереүҙән тыш, уларҙың ил тарихындағы матур хеҙмәт юлына хөрмәт белдереү булып тора.




