Декабрь өсөн балалар пособиеларын республика халҡы ваҡытынан алда аласаҡ


Декабрь өсөн балалар пособиеларын республика халҡы ваҡытынан алда, ә пенсияларҙы билдәләнгән график буйынса аласаҡ. Был хаҡта социаль фондтың Башҡортостан бүлексәһе хәбәр итә. Шулай итеп, балаларға түләүҙәр 25 декабрҙә барып етергә тейеш. Был банктар аша ҡулаҡсаһыҙ күсереүҙе һайлағандарға ҡағыла. Почта бүлексәләрендә балалар пособиеһы алыусыларға килгәндә, уларға түләү «үҙ бүлексәһенең» эш графигына ярашлы башҡарыла. Фондта билдәләүҙәренсә, юғарыла күрһәтелгән пособиеларҙың барыһы ла алдағы ай өсөн декабрҙә күсә. Тимәк, декабрь өсөн түләүҙе ваҡытынан алда алған ата-әсәләргә ғинуар өсөн киләһе түләү 2025 йылдың февраль башында килә. Пенсияларға килгәндә, бында почта аша 3 ғинуарҙан билдәләнгән график буйынса таратыла. Ә бына кредит ойошмалары аша аҡса план буйынса 12 ғинуарҙа түгел, ә 10 ғинуарҙа килә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ