Нефтекама-Дүртөйлө автомобиль юлында «Лада Ларгус» менән «Лада Веста» автомобилдәре бәрелешкән. Транспорт сараларының береһе юлдан төшөп түңкәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә бер пассажир ваҡиға урынында һәләк булған, шул уҡ автомобилдән тағы ла дүрт кеше дауаханаға килтерелә. Һуңынаң уларҙың береһе вафат була. «Лада Веста» водителе зыян күрмәй. Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре һәм шарттары хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан тикшерелә.



