Өфөлә танылған ғалим, профессор, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әнүәр Әсфәндиәровтың ғүмере һәм фәнни ижады тураһындағы китаптың исем туйы үтте. «Ғилемгә арналған ғүмер» тип исемләнгән баҫма шәхестең тыуыуына 90 йыл уңайынан ойошторолған конференцияла тәҡдим ителде.
Баҫма өҫтөндә Әнүәр Әсфәндиәровтың ҡатыны, коллегалары һәм уҡыусылары эшләгән. Әнүәр Әсфәндиәров - 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, 20-нән ашыу монография авторы. Был Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур, Ҡазан һәм башҡа ҡалалар архивында тикшеренеү эштәре һөҙөмтәһе. Ғалимдың фәнни эшмәкәрлеген тотош институт эшенә тиңләйҙәр. Уның «Башҡортостан ауылдары тарихы» китаптар серияһында республика һәм күрше төбәктәрҙәге меңдәрсә ауыл, тарихи шәхестәр тураһында уникаль мәғлүмәттәр тупланған.



