Рәсәйҙең именлек советы рәйесе Дмитрий Медведев махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Әле яугирҙар яраланғандан һуң республиканың хәрби бәрелештәр ветерандары клиник госпиталендә реабилитация үтә.
Дмитрий Медведев яҡташтарыбыҙҙы өс «Ҡаһарманлыҡ өсөн», ике «Батырлыҡ өсөн « һәм бер Жуков миҙалы менән бүләкләне. Ил именлеге советы рәйесе яугирҙарға тиҙерәк һауығыуҙарын теләне һәм һис икеләнмәй ватан һағына баҫыуҙары өсөн ихтирамын белдерҙе.
Дмитрий Медведев госпиталь эшмәкәрлеге менән дә танышты. Уға яугирҙарҙың реабилитация үтеү мөмкинлектәре, махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтеү төрҙәрен күрһәттеләр. Илдең именлек советы рәйесе табиптар эшен дә юғары баһаланы. Яраланған һалдатттарҙы аяҡҡа баҫтырыу, тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу эше изге, тине ул. Дмитрий Медведев бөгөн Волга буйы федераль округы төбәктәре етәкселәре менән контракт хеҙмәте буйынса кәңәшмә лә уҙғарҙы. Унда шулай уҡ Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, оборона министры урынбаҫары - армия генералы Виктор Горемыкин ҡатнашты.



