Өфөлә «Был минең донъя: биләмәләр, телдәр һәм мәҙәниәттәр тотороҡло үҫештә» форумы үтте


Мәҙәниәт, мәғариф, экология, фән вәкилдәре бер майҙанда. Өфөлә «Был минең донъя: биләмәләр, телдәр һәм мәҙәниәттәр тотороҡло үҫештә» тип исемләнгән форум үтте. Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты ойошторған Халыҡ-ара форумға тәжрибә уртаҡлашырға Ҡытай, Иран, Малайзия илдәренән дә ҡушылдылар.

Илдә тәүгеләрҙән булып ЮНЕСКОның Глобаль геопаркына ингән объект Башҡортостанда урынлашҡан. Ул - Салауат районындағы «Янғантау» геопаркы. 2020 йылда биләмә халыҡ-ара танылыу яулап, бөтә донъя ойошмаһының ҡурсаулығына алынды. Майҙан геологик объекттары, файҙалы пар сығарған тауы менән үҙенсәлекле. Геопарктың ЮНЕСКО составына инеү тәжрибәһе менән илдең башҡа төбәктәре лә ныҡлап ҡыҙыҡһына.

Республикала ЮНЕСКО исемлегенә инерлек объекттар күп. Сиратта - «Торатау» геопаркы менән Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр. Улар араһында башҡа бер ҡайҙа ла осрамағандары бар. Ваҡыты менән мәмерйәлә таш быуатта төшөрөлгән яңынан-яңы һүрәттәр табыла. Ике йыл элек тәбиғәт ҡомартҡыһы янында музей асылды.

Башҡорттар өсөн Шүлгәнташ сакраль мәғәнәгә эйә. Уның менән халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадының үлемһеҙ әҫәре - «Урал батыр» эпосы бәйле. Әйткәндәй, ҡобайырҙы ла ЮНЕСКО-ның рухи мираҫ аҫылдары рәтенә индереү буйынса күп эштәр эшләнә.

Башҡортостанда ЮНЕСКО-ның 39 мәктәбе эшләй. Уларҙың иҫәбе буйынса республика илдә алдынғы урындарҙа. Учреждениеларҙа уҡытыу һәм тәрбиә биреү халыҡтарҙы ихтирам итеү ҡағиҙәһе менән алып барыла. Форумда талантлы балаларҙы үҫтереү, улар өсөн фәнни проекттар булдырыу тураһында ла һүҙ барҙы. Әйткәндәй, һуңғыһы геопарктар менән бергә ойошторола.

Рәзилә Ғилметдинова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ