“Ил өсөн яуаплы осорҙа Ватан һағына баҫырға булдым”

Быйыл сентябрҙә махсус хәрби операцияға юлланған Сибай ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев шулай тип белдерҙе. “Алғы һыҙыҡҡа киткәндән һуң имеш-мимештәр күп булды. Ҡораллы көстәр сафына баҫыу минең һәм ғаиләмдең ҡарары булды”, - тине ул. “Яҡшы эштәр башҡарайыҡ. Кеше китһә лә, изге ғәмәлдәре халыҡ хәтерендә ҡала”, - тине яугир.

“Ил өсөн яуаплы осорҙа Ватан һағына баҫырға булдым”

Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы хәрби комиссары Ринат Зәбиров һәм Сибай ҡала советы депутаты Әхәт Аҫылбаев та Азамат Юлдашбаев менән бергә махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ҡораллы көстәргә 18 йәштән 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр саҡырыла. Батырлыҡ күрһәткән, штурмда ҡатнашҡан, дошмандың техникаһын юҡ иткән йәки ҡыуып алып киткән хәрбиҙәргә өҫтәмә аҡса ҡарала. Белешмә алыу өсөн 117 телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк. Ситуация үҙәгенең телефоны: 122 йәки 8(347) 218-19-19.

Фото №1 - “Ил өсөн яуаплы осорҙа Ватан һағына баҫырға булдым”
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ