Бер йылда уларҙың һаны 4 ярым процентҡа артҡан. Республикала 141 мең 400 бәләкәй һәм урта бизнес субъекты бар. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, күрһәткестәр яҡшырыуына дәүләт программалары үтәлеше булышлыҡ иткән. Бизнес өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Муниципалеттарҙа бизнес-шерифтар эшләп килә, эш башлаусыларға консультациялар бирелә.




