Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр тапшырҙы


Яңы йылға юғары исем менән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр тапшырҙы. Йыл тамамланыуға һынаулы ғына көндәр ҡалды. Республика һәм ил өсөн ул еңелдән булманы. Әммә тап һеҙҙең кеүек эшһөйәр һәм илһөйәрҙәр менән бар ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырға мөмкин, тине Радий Хәбиров. Тәбрикләү тантанаһынан Айнур Кәбиров репортажы.

Балаклава һәм каскаһыҙ «Колос» ҡушаматлы яугирҙы таныу мөмкин дә түгел. Сөнки республика халҡы уны тап яугир ҡиәфәтендә хәтерҙә ҡалдырған. Яҡташыбыҙ беҙҙең коллега, «Ҡайтыр» ҡушаматлы Павел Самойлинды алғы һыҙыҡтан алып сығып дан ҡаҙанды. Бер подразделениела хеҙмәт итһәләр ҙә улар таныш булмай. Үлемдең үҙе менән көрәшкән яугирҙарыбыҙ хәҙер айырылғыһыҙ дуҫтар.

Бөгөн яугир күрһәткән батырлыҡтары өсөн Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яҡташыбыҙ бер нисә көндән тағы алғы һыҙыҡҡа юлланасаҡ. Радий Хәбиров барлыҡ хәрбиҙәргә лә тыныс тормошта йәшәй, эшләй алыуыбыҙ өсөн рәхмәт белдерҙе.

Тыныс тормошта ла бөгөн еңеүҙе яҡынайтыу өсөн барыһы ла эшләнә. Һәр һөнәр эйәһе алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙгә ярҙам итеү һәм яҡты киләсәкте тәьмин итеүгә үҙ өлөшөн индерә. Бөгөн хеҙмәт алдынғылары төрлө наградалар, юғары исемдәр менән билдәләнде.

Табип, төҙөүсе, урмансы һәм мөғәллим. Бөгөн хеҙмәтсәндәрҙе бер маҡсат - Башҡортостан киләсәге өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт берләштерә. Наградалар артабан да тырышып эшләргә, юғары һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн аванс ҡына, ти бүләкләнеүселәр.

Айнур Кәбиров

Волна
Акции БСТ