Табиптар 30 һәм 31 декабрҙә, шулай уҡ киләһе йылдың 2, 3 , 4, 6 һәм 8 ғинуарында ҡабул итә. Быйыл диспансеризацияла 70-тән ашыу медицина ойошмаһы һәм 30-ға яҡын мобиль бригада ҡатнаша.
Зилара Рәхмәтова күҙҙәренә зарланмай. Әммә күҙ баҫымын үлсәү диспансер тикшереү ваҡытында мотлаҡ процедура иҫәпләнә. Комплекслы бушлай медицина тикшеренеүе тәү сиратта кешенең үҙе һиҙмәгән ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡлау йәки һау-сәләмәт булыуын раҫлау өсөн үткәрелә. Бының өсөн теләк, ризалыҡ биреү, медицина страховкаһы полисы һәм диспансеризация уҙғарылған поликлиникаға беркетелгән булыу етә.
Планлы тикшереү ике этапта үтә, тәүгеһенең һөҙөмтәләре буйынса, кәрәк булһа, пациент икенсеһенә йүнәлтелә. Граждандарҙың айырым категорияларына медицина тикшерелеүе мотлаҡ сара булып тора. Әйткәндәй, быйыл республикала миллион ярымдан ашыу кеше диспансер тикшереү үткән.



