Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылап: Башҡортостанда ойоштороу комитеты ултырышы үтте


Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығын билдәләү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы уҙғарҙы. Унда республика хөкүмәте ағзалары, яуаплы ведомстволар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм хәрби бәрелештәр ветерандары ҡатнашты.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, Бөйөк Еңеү Рәсәй һәм союздаш илдәр өсөн мөһим ваҡиға. Совет халҡының ҡаһарманлығы бөгөн дә баһалап бөткөһөҙ. Был байрам беҙҙе герой фронтовиктар, тыл хеҙмәтсәндәренә тиңләшеү, уларға ышаныслы алмаш булыуға әйҙәй. Еңеүҙең 80 йыллығы тәрән эстәлекле, тарих һәм бөгөнгөнө берләштергән мәғәнәле ойошторолорға тейеш. Кәңәшмәлә байрам уңайынан уҙғарыласаҡ саралар билдәләнде. Шулай уҡ ветерандарға һәм тыл хеҙмәтсәндәренә социаль ярҙам күрһәтеү, хәтерҙе мәңгеләштереү планы ҡаралды.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ