Бөгөн Өфөлә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре өсөн күп ҡатлы йорт файҙаланыуға тапшырылды. Тәүге өй туйлаусыларға фатир асҡыстарын Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры Александр Прядко тапшырҙы.
Совет районында урынлашҡан 12 ҡатлы торлаҡ 2022 йылда төҙөлә башлаған. Унда 117 фатир. Ихатала балалар майҙансығы бар. Программаның төп маҡсаты - торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар иҫәбендә торған эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ фондын арттырыу. Объектты финанслау федераль адреслы инвестиция программаһы буйынса тормошҡа ашырыла. Торлаҡ төҙөлөшөнә 342 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Тәүге ун фатир асҡысы эске эштәр органдары ветерандарына тапшырылды. Улар тиҫтәләрсә йыл хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итә. Эске эштәр министры Александр Прядко билдәләүенсә, яңы йорттоң сафҡа инеүе күп хеҙмәткәрҙәрҙең һәм ветерандарҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итә. Бынан тыш, сиратта торған ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр һәм пенсионерҙар торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификаттар алды.



