Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хөрмәт менән. Бөгөн Өфөлә Батырлыҡ һәм Шайморатов ордендары кавалеры Ринат Фәхрисламовтың исеме мәңгеләштерелде. Мемориал таҡтаташ Өфөлә, яугир йәшәгән Арыҫлан Мөбәрәков урамындағы 5-се күп ҡатлы йорт диуарына беркетелде.
Ринат Фәһеметдин улы сығышы менән Асҡын районынан. Өс тапҡыр Чечен республикаһындағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша. Батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн бер нисә тапҡыр наградалар менән билдәләнә. Чечня һәм Омон хеҙмәте ветераны махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк хеҙмәт итеп, 2023 йылдың сентябрендә батырҙаса һәләк була. Ринат Фәхрисламовтың исемен ҙурлап яҡындары, дуҫтары, күршеләре тик яҡшы хәтирәләр менән генә иҫкә алды.



