Эльвира Айытҡолова Иглин районында йәшәгән малайҙың хыялын тормошҡа ашырҙы


Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Иглин районында йәшәгән малайҙың хыялын тормошҡа ашырҙы. Төбәккә эш сәфәре барышында халыҡ һайланыусыһы балалар өсөн яңы йыл сараларын әҙерләү һәм үткәреү менән танышты. Эльвира Ринат ҡыҙы «Теләктәр шыршыһы»нда ла ҡатнашты. Ул Урман ауылы малайының иң ҙур хыялы яҙылған шарҙы алды. Һигеҙ йәшлек Володя икенсе йыл Ҡыш бабайға хат яҙа. Был юлы ла Яңы йыл уның күңелендә мөғжизә, тылсым һәм изгелек байрамы булып иҫендә ҡаласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ