Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан ойоштороласаҡ саралар иғлан ителде

Төп тантаналар 9 майға билдәләнде, тип хәбәр итәләр Башҡортостан башлығы матбуғат хеҙмәтенән. Был көндө Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов һәйкәле һәм Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскә һалына. Сарала ветерандар, хәрби-патриотик клуб ағзалары, ирекмәндәр һәм махсус хәрби операция яугирҙары ҡатнаша. Еңеү көнөндә баш ҡалала хәрбиҙәр һәм хәрби техника парады була. Шулай уҡ “Үлемһеҙ полк” акцияһы һәм тантаналы йыйылыш уҙғарыу ҡарала.

Фото №1 - Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан ойоштороласаҡ саралар иғлан ителде
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ