Сибайҙа йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 101 йәшен ҡаршылай

Сәмиға Ырыҫбаеваны Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҡотлаған. “Йыл һайын Еңеү көнөндә Сәмиға апайға ҡунаҡҡа барам. Ул мине ихлас ҡаршылай. Ветераныбыҙ Сибай ҡалаһын ярата. Бында 60 йылдан ашыу йәшәй. Хөрмәтле ил инәһенә ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем”, - тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Зариф Байғусҡаров. Сәмиға Ырыҫбаева 1942 йылда Совет Армияһы сафына саҡырыла. Училищела уҡый. Авиамеханик, парашют төрнәүсе була. Украина, Польша һәм Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша.

Фото №1 - Сибайҙа йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 101 йәшен ҡаршылай
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ