Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ауыл китапханаһын байытты

Йәмәғәтселәр “Уҡыусы ауыл” акцияһы барышында тупланған китаптарҙы Нуриман районына тапшырҙы. Ҡалған китаптар Ҡалтасы һәм Салауат райондарына ебәрелә. “Уҡыусы ауыл” акцияһы быйыл ноябрҙә иғлан ителде. Йәмәғәт палатаһы башланғысын Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары хупланы. Башҡортостан Журналистар берлеге, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм “Китап” нәшриәте лә китап йыйыуҙа ҡатнашты. Акцияның сиктәре киңәйҙе. Ойоштороусылар рус һәм совет классикаһы китаптарын Донецк халыҡ республикаһына ла ебәрҙе.  

Фото №1 - Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ауыл китапханаһын байытты
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ