Радий Хәбиров «Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» премияһына лайыҡ булған журналистарҙы тәбрикләне


Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» премияһына лайыҡ булған журналистарҙы тәбрикләне. Республика етәксеһе махсус хәрби операция биләмәһе яңылыҡтарын, геройҙар тормошон алғы һыҙыҡҡа барып яҡтыртҡан журналистарҙың хеҙмәтен баһалап, юғары һөнәри оҫталыҡ, ҡыйыулыҡ һәм объектив мәғлүмәт өсөн оло рәхмәтен еткерҙе. Тантаналы шарттарҙа киң мәғлүмәт сараларында эшләгән 20 журналист 300-әр мең һум күләмендә премия менән бүләкләнде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Алғы һыҙыҡтан ҡыҙыу хәбәрҙәр. Хеҙмәттәшебеҙ Айнур Кәбировтың сюжеттарында Башҡортостан яугирҙарының ҡаһарманлығы ла, фронт яңылыҡтары ла сағылыш таба. Дөрөҫ мәғлүмәт эҙләп уларҙың үҙҙәренә лә ҡайһы саҡта ут аҫтына инергә тура килә. Ләкин хәрби хәбәрселәрҙе дошман «Ҡошсоҡтары» ғына ҡурҡытырлыҡ түгел. Быйыл ғына коллегабыҙ ике айҙан ашыу махсус хәрби операцияһы биләмәһендә эшләне. «Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» конкурсы комиссияһы уны «Йыл ғәмәле» номинацияһында баһаланы.

Хеҙмәттәшәбеҙ Азат Саҙрыев республиканан махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған тәүге журналист. Алғы һыҙыҡта әҙерләнгән репортаждарында ул яугирҙарҙың көндәлеген, батырлығын күрһәтә.

Конкурс нигеҙендәге премияға киң мәғлүмәт сараларында баҫылған мәғлүмәт материалдарының штаттан һәм штаттан тыш авторҙары һәм тотош ижади коллективтар дәғүә итә ала.

«Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» премияһы былтыр Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса булдырылды. Уға ярашлы, махсус хәрби операция яңылыҡтарын , геройҙар тормошон объектив яҡтыртҡан хәрби журналистарға 300-әр мең һум премия тапшырыла.

Ҡорал урынына ҡәләм тотоп окоптарҙан, шартлауҙар яңғыраған хәрби операция биләмәһенән репортаж, тапшырыуҙар, мәҡәләләр әҙерләү ҡыйыулыҡ талап итә. Республиканың хәрби журналистары уҡыусылар һәм тамашасылар өсөн яңынан-яңы материалдар туплап ҡыҙыу ваҡиғаларҙы еткерә.

Флорида Ким

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ