Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу тәҙрә шаҡый. Өфөнөң 17-се балалар дауаханаһы пациенттарын етеп килгән байрам менән баш ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары ҡотланы. Улар кескәйҙәр янына Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу кейемендә махсус ҡоролма ярҙамында ҡыйыҡтан өсөнсө ҡатҡа төшөп, тәҙрә аша инде. Акцияның маҡсаты - бәләкәй пациенттарға байрам кәйефен бүләк итеү. Балалар ҙа һынатманы, Ҡыш бабайға үҙ һәләттәрен күрһәтеп тәмле бүләктәр алды.
Әлеге ваҡытта баш ҡаланың 17-се балалар дауаханаһында 400-гә яҡын пациент дауалана. Уларҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалманы. Байрам сараһында була алмағандарға бүләктәрҙе палаталарға йөрөп тапшырҙылар. Яңы йыл акцияһы Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы тарафынан өсөнсө йыл үткәрелә. Быйыл ул Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Бөтә Рәсәй студент ҡотҡарыусылар корпусы ярҙамында тормошҡа ашырылды.



