Бөгөн Радий Хәбиров төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышында ҡатнашты. Видеобәйләнеш режимында ойошторолған кәңәшмәне Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин үткәрҙе. Осрашыуҙа милли һәм федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың яҡынса йомғаҡтары барланды.
Төҙөлөш тармағы бөтә ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, йылды ярайһы уҡ уңышлы тамамлай. Вице-премьер быйыл илдә ҙур юл объекттары асылыуын билдәләне. Улар иҫәбендә - Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы һәм Башҡортостан биләмәһе буйлап үткән М-12 «Көнсығыш» федераль автомагистрале. 65 километр оҙонлоҡтағы участка уҙған йәкшәмбе Владимир Путин ҡатнашлығында асылды.
Башҡортостан милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, быйыл «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә 1 мең 300 километр юл япмаһы норматив хәлгә килтерелгән, 56 километр юл төҙөлгән һәм реконструкцияланған. Бынан тыш, ғинуар-ноябрҙә 2 миллион 800 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән. Был 2023 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 100,8 процент тәшкил итә.



