Яңы йыл алдынан «Башсельхозтехника» машина-технология станцияһына тракторҙарҙың тағы ла бер партияһы килде. Ҡатмарлы осорға ҡарамаҫтан, республика хужалыҡтарының машина-трактор паркын яңыртыу уңышлы бара. Йыл башынан алып республика аграрийҙары 11 миллиард һумға 2 мең 400 берәмек техника алған.
Дөйөм алғанда һуңғы 5 йылда һатып алынған техника күләме ике тапҡырға артҡан. Бында республика яғынан ярҙам күрһәтелеүе, сығымдарҙың бер өлөшө дәүләт иҫәбенә ҡапланыуы ыңғай йоғонто яһай. Мәҫәлән, 2024 йылда ҡаҙнанан ошо маҡсатта 1 миллиард һум субсидия бүленгән.»Башсельхозтехника» машина-технология станцияһы белгестәре әйтеүенсә, республика хужалыҡтары тәү сиратта үҙебеҙҙең заводтарҙың, айырыуса Санкт-Петербугтың «Кировец» тракторына өҫтөнлөк бирә. Заманса, ҡеүәтле техника ҙур ауыл хужалығы предприятиеларына ла, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары өсөн дә бик ҡулай. Әле был техниканың камиллаштырылған һәм ҡеүәтлерәк яңы моделдәре тәҡдим ителә.



