Яҡынлашып килгән яңы йыл алдынан Өфөлә бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре республиканың юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды. Тармаҡ уңғандарын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының 1-се урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡотланы.
Урал Килсенбаев мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең ил һәм республика етәкселеге ҡуйған көнүҙәк мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу, йәмғиәттә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә индергән өлөшөн юғары баһаланы һәм бүләкләнеүселәргә яңы ижади уңыштар теләне. Танылған акварель оҫтаһы Ләйсән Рәхмәтуллина бынан ары «Башҡортостандың халыҡ рәссамы» тигән маҡтаулы исем йөрөтә. Ләйсән Зөфәр ҡыҙының иңендә республикала һәм илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә ойошторолған ике тиҫтәнән ашыу шәхси күргәҙмә. Тормошоноң яңы дәүерен ижадсы яңы пландар менән ҡаршы ала.



