Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә үткән сарала мәғариф һәм фән тармағында, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан бер төркөм хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде.
Юғары уҡыу йорто йылды уңышлы тамамлап, Яңы йылға аныҡ маҡсаттар менән аяҡ баҫа. Шәфҡәт туташтары өсөн мәҫәлән, Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә кампус булдырылған. Хәрби һәм тактик медицина үҙәге тергеҙелгән. Яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған 18 яңы ғилми лаборатория ғалимдар һәм йәш тикшеренеүселәргә юл асты. Бынан тыш, ғилми ординатура программаһына ла нигеҙ һалынды. Ул иһә һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына белгестәр әҙерләү менән бергә, фән өлкәһендә лә уңыш ҡаҙанырға мөмкинлек бирәсәк.



