Өфө уҡыусылары донъя рекорды ҡуйҙы! Меңдән ашыу бала Рәсәй конструкторының яңы йыл коллекцияһынан ҡар бөртөктәре һәм йондоҙсоҡтар йыйҙы. Бының өсөн 161 меңдән ашыу деталь ҡулланылды.
Конкурс шарттарына ярашлы, һәр ҡатнашыусыға «Рубик» деталдәр йыйылмаһы бирелде. Балалар инструкция буйынса ҡар бөртөктәре йыйҙы. Ойоштороусылар билдәләүенсә, сара ярышыу түгел, киреһенсә, йәш быуынды берләштереүгә, команда эшенә һәм яңы дуҫтар табыуға йүнәлтелгән. Был ваҡиғаға уҡыусыларҙың һәр береһе махсус хәби операцияла ҡатнашыусылар өсөн йылы теләктәр һәм яңы йыл ҡотлауы яҙылған хаттар менән килгән.
Күпселек уҡыусылар ярты сәғәттә үҙ эшен тамамланы һәм ҡалған тиҫтерҙәренә ярҙам итте. Өфөләге сарала Рәсәйҙең рекордтар китабына нигеҙ һалыусы Станислав Коненко ҡатнашты. Ул балаларҙы иҫәпләп, ижади һөҙөмтәләрҙе барлап сыҡты. Уның һөҙөмтәһе буйынса рәсми рәүештә донъя рекорды теркәлде. Башҡортостан балалары ике сәғәт эсендә бар деталдәрҙе лә йыйыуға өлгәште.



