Яңы йыл марафоны: Юлдаш рухиәт һәм күңел йылылығы өләшә


Йылан менән тәхеткә, «Юлдаш» көйләй бәхеткә. Радио каналы бөгөн сираттағы Яңы йыл марафонын үткәрҙе. Быйыл ижади коллектив сараны тура эфирҙан алып барҙы, баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарына бүләктәр ҙә таратты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Яңы йыл марафонын юлдаштар иртән иртүк «Теге өсәү» менән башланы. Ғаилә йылына йомғаҡ яһап эфирға «Юлдаш-хит»та «Моңло ғаилә» номинацияһы еңеүселәре Тайыповтар саҡырылғайны.

Юлдаштарҙың Ҡыш бабайын Өфөнөң 40-сы башҡорт балалар баҡсаһы ла шатланып ҡаршы алды. Балалар байрам шиғырҙарын ятлап күрһәтте, бүләктәр алып ҡыуанды. Канал хеҙмәткәрҙәре Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында ла хәстәрлек күрҙе. Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән Өфөнөң 92-се коррекция мәктәп-интернатын тәбрикләне.

Яңы йыл марафоны маршруты «Матбуғат йорто» аша ла үтте.

«Юлдаш»тар Яңы йыл марафонын йыл һайын үткәрә. Һәм был сара ябай байрам ғына түгел, уға тәрән мәғәнә һалына. Кешеләргә күңел йылыһын өләшеү, рух, дәрт өҫтәү - радио каналы өсөн мәртәбәле һәм яуаплы эш.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ