Был юлы гуманитар ярҙам менән бергә Красный Луч ҡалаһынан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балалары өсөн Яңы йыл бүләктәре һәм Петровское ауылы өсөн Яңы йыл шыршыһы ебәрелде. “Балалар Яңы йылды түҙемһеҙләнеп ҡаршы ала, мөғжизә көтә. Беҙ Красный Луч ҡалаһына – яңы йыл бүләктәре, Петровское балаларына Күмертауҙан шыршы алып килдек. Ауылдың төп майҙанын Башҡортостандан килтерелгән һигеҙ метрлыҡ шыршы биҙәйәсәк”, – тине Парламент рәйесе Константин Толкачев.




