Ленин исемендәге майҙанда уҙған мәҙәни сарала Башҡортостандың билдәле артистары һәм сәнғәт оҫталары ҡатнаша. Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, аниматорҙарҙан заманса уйын программаһы, артистар башҡарыуындағы яңы йыл хиттарына дәртле бейеүҙәр халыҡты битараф ҡалдырмаҫ, тип белдерәләр баш ҡала хакимиәтенән. Концерт 31 декабрҙә киске сәғәт 10-да башлана һәм 1 ғинуарҙа төнгө икелә тамамлана.




