Башҡортостандың Милли музейында «Музейға бүләк» акцияһы күргәҙмә менән тамамланды

Экспозицияла һуңғы ике йылда республика халҡы тапшырған ҡиммәтле әйберҙәр тупланған. Экспонаттар араһында боронғо фотоһүрәттәр, йорт кәрәк-яраҡтары, биҙәүестәр, китаптар бар. Күргәҙмәлә Башҡортостандың билдәле шәхестәренә бәйле ҡомартҡыларҙы, әйтәйек, Абдулла Солтановтың еләнен, ҡурайын күрергә мөмкин. Ә коллегабыҙ Ришат Миндияров вафатынан алда музейға шәхси коллекцияһынан боронғо күмер үтек һәм ағас мейес көрәге тапшырған булған.

Күргәҙмәлә иң боронғо әйбер XX быуат башына ҡараған батман булһа, иң яңыһы - махсус хәрби операция трофейҙары. Музей хеҙмәткәрҙәре төрлө тема буйынса экспонаттар күрһәтергә тырышҡан. Әйткәндәй, «Музейға бүләк» акцияһы киләсәктә лә дауам итәсәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ