Ул бүләккә проектор алды. Малайҙың хыялы яҙылған шарҙы «Теләктәр шыршыһы» акцияһында Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова алған.
Никитаға бүләкте Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу тапшырҙы. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә «Теләктәр шыршыһы» акцияһы бара - ул балаларға яңы йыл мөғжизәһенә ышанырға мөмкинлек биргән ваҡиға. Алты йыл эсендә бөтә ил буйынса 200 меңдән ашыу хыял тормошҡа ашырылған.
Никита бүләкте алыу менән уны һынап ҡараны, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға рус һәм башҡорт телендә шиғырҙар һөйләне. 9 йәшлек малай аутизм менән сирләй. Диагноз балаға ике йәшендә ҡуйыла, реабилитация ваҡытында башлана. Никита хайуандар менән ҡыҙыҡһына, проектор аша ул тәбиғәт һәм урманда йәшәүселәр тураһында фильмдар ҡарарға уйлай.



