Баш ҡалала Шаҡша күпере асылды


Бөгөн иртән транспорт артерияһының дүрт һыҙаты буйынса ла хәрәкәт башланды. Объектты сафҡа индереүҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ремонт эштәре «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә башҡарылған. Техник асыу тантанаһынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Ошо тарихи мәл артында йыл ярым дауамындағы төҙөкләндереү эштәре ята. Юлсылар сатлама һыуыҡтарға ла, ыжғыр бурандарға ла, йәйге эҫегә лә ҡарамай ремонт эштәрен башҡара. Һөҙөмтәлә иҫке тимер-бетон конструкциялар яңы металл ҡоролмалаға алмаштырыла, авария хәлендәге күпер яңы һулыш ала. Юлсылар бөгөн заманса объекттан оло ғорурлыҡ менән үтә.

Шаҡша күпере башҡаланың стратегик объекттарының береһе. Уны ремонтлау көн талабы булып тора, сөнки күперҙең үткәреү һәләте кәмей, транспорт хәрәкәте сикләнә. Яңы, заманса ҡоролманың оҙнлоғо 687 метр, уның төп өлөшө-күпер.

Эштәр «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Финанслау күләме 2 миллиард 200 миллион һумдан ашыу, сумманың күп өлөшө федераль бюджеттан бүленә. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, республикала күперҙәр төҙөлөшөнә ныҡлы иғтибар бүленә. Әле Ағиҙел йылғаһы аша ике күпер төҙкләндерелә, Аэропорт һәм Затон юлында, тине Радий Фәрит улы.

Күперҙе реконструкциялауҙан тыш, ике яҡтан да юлдар ремонтлана, яҡтыртыу ҡоролмалары яңыртыла, юл билдәләре ҡуйыла. Киләһе йыл Шаҡша күпере эргәһендәге биләмәне тәртипкә килтереү, локаль таҙартыу ҡоролмалары урынлаштырыу планлаштырыла.

Рәмзиә Кәримова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ