Радий Хәбиров Кузнецов Затоны биҫтәһендә асылған яңы бүлексәләре эшмәкәрлеге менән танышты

Медицина яҡыная. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфө поликлиникаларының Кузнецов Затоны биҫтәһендә асылған яңы бүлексәләре эшмәкәрлеге менән танышты. Күп ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында балалар һәм өлкәндәргә беренсел ярҙам күрһәтелә. Филиалдар баш ҡала поликлиникаларын яңыртыу программаһы сиктәрендә эш башланы. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Быға тиклем Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә йәшәүселәр табипҡа күренер өсөн баш ҡала үҙәгенә йөрөһә, хәҙер поликлиника филиалы - йорт эргәһендә генә. Өлкән йәштәгеләр ҡыуанысын йәшермәй, Яңы йыл алдынан - көтөп алынған ваҡиға.

Медицина учреждениеһында терапевтарҙан консультация алыуҙан тыш, УЗИ, ЭКГ кеүек тикшеренеүҙәр үтергә була. Процедуралар, прививка бүлмәләре бар. Объект Өфө поликлиникаларын яңыртыу программаһы сиктәрендә сафҡа индерелгән.

Ошо уҡ адрес буйынса күп ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында 2-cе балалар поликлиникаһының педиатрия бүлексәһе лә асылған. Башҡортостан башлығы учреждение эшмәкәрлеге менән танышып, табиптар һәм пациенттар менән аралашты.

Ике медицина учреждениеһы ла «Йортта доктор» проектына ингән. Уға ярашлы, яңы торлаҡ комплекстар төҙөлгән ваҡытта уҡ алдан педиатр һәм терапевт кабинеттары өсөн квадрат метрҙар планлаштырыла. Был теркәү урыны буйынса медицина ярҙамы күрһәтеүгә булышлыҡ итә.

Поликлиника бүлексәһендә дүрт меңдән ашыу бала хеҙмәтләндерелә. Биш педиатр участкаһы булдырылған. Төрлө йүнәлештәге белгестәргә күренергә мөмкин.

Поликлиникаларҙы яңыртыу программаһы сиктәрендә медицина учреждениеһы заманса ҡорамалдар, шул иҫәптән УЗИ аппарат менән тәьмин ителгән. Ул күп функциялы, төрлө органдарҙы тикшерергә мөмкин. Әлегә тиҫтәләгән балаға диагностика уҙғарылған./

2030 йылға тиклем Өфө поликлиникаларын яңыртыу программаһына 8 млрд һум йүнәлтеү ҡаралған. Өҫтәмә аҡса бүленеүе лә ихтимал.

Баш ҡаланың Кузнецов Затоны биҫтәһе тиҙ үҫешә, яңынан-яңы күп фатирлы йорттар сафҡа индерелә. Социаль объекттар төҙөлөшөнә ихтыяж юғары. Төбәк етәксеһе кескәй пациенттар менән аралашып, табипҡа күренеүҙән тәьҫораттарын да белеште.

Социаль объекттар төҙөлөшө, инфраструктураға булған иғтибар, тәү сиратта, халыҡҡа уңайлы шарттар булдырыу, йәшәү кимәлен арттырыуға йүнәлтелгән.

Гөлназ Хәйбуллина

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ