«Теләктәр шыршыһы» хыялдарҙы тормошҡа ашыра


Өфөлә сираттағы төркөм дәүләт эшмәкәрҙәре акцияла ҡатнашып, осраҡлы рәүештә балалар теләктәрен һайлап алды. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Ивановаға - Өфөнән 10 йәшлек Тимурҙың Яңы йыл хыялы эләкте. Малайҙың үҙен поезд машинисы ролендә һынап ҡарағыһы килә.


Быйыл акцияға рекордлы 2713 ғариза ҡабул ителде. Уларҙың 300-ҙән ашыуы шыршынан алынған. Депутаттар, эшҡыуарҙар ошо теләктәрҙе тормошҡа ашырырға тырыша.

Ленара Иванова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры

Өфөнөң Мәғариф идаралығы етәксеһе Азат Батыршин да акцияла ҡатнашты. Ул баш ҡаланан 4 йәшлек Василисаға көтөлмәгән бүләк тапшырасаҡ. Ә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизовҡа Стәрлетамаҡтан 8 йәшлек Никитаның теләге эләкте. Дәүләт эшмәкәре малайҙың велосипед тураһында хыялын яҡын арала тормошҡа ашырырға вәғәҙәләне.


Никитаның минең тыуған ҡаламдан булыуы икеләтә ҡыуаныслы. Был да үҙенсә Яңы йыл мөғжизәһе. Мин уның теләге тормошҡа ашһын өсөн бөтә көсөмдө һалырмын.

Рөстәм Ғәзизов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ