Өфөлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Яңы йыл шыршыһы ойошторолдо


Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Яңы йыл шыршыһы ойошторолдо. Майҙанға баш ҡаланан 750 бала саҡырылғайны, улар барыһы ла 2-3-сө класс уҡыусылары. Кескәйҙәр «Һыуһарҙың Яңы йыл мажаралы» тип исемләнгән тамаша ҡараны, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, бүләктәр алды. Хәйриә шыршыһы Өфөнөң Йәмәғәт палатаһы, Мәғариф идаралығы һәм бағыусылар ярҙамында ойошторолдо.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ