Өфө - балалар туризмы баш ҡалаһы


Рәсәйҙә йыл һайын балалар туризмының символик баш ҡалаһы иғлан ителә. Федераль эксперттар Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһаны һәм 2025 йылға Өфөнө еңеүсе тип билдәләне. Күсмә символды тапшырыу тантанаһы Мәскәүҙә үтте.

«Балалар туризмы баш ҡалаһы» проекты 2020 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Йыл һайын уның майҙансығында Рәсәй төбәктәре балалар туризмын үҫтереү буйынса иң яҡшы туристик маршруттар, инвестиция проекттары һәм практикалар тәҡдим ителә. Өфөнөң бай мәҙәни мираҫы бар, ҡыҙыҡлы туристик маршруттар ойошторорға мөмкинлектәр етерлек. «Балалар туризмы баш ҡалаһы» статусын алыу туризмды артабан да үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ