Әбйәлилдәр ул-ҡыҙҙарын данлай. Төбәктә күренекле шәрҡиәтсе, диалектология белгесе Сәриә Миржанованың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сара үтте. Ул ғалимәнең тыуған ауылы - Тал Ҡусҡарыла ойошторолдо. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Балалар билдәле ауылдаштарын Ҡыҙыл һөйләшендә данлай. Ваҡытында Сәриә Миржанова тап төбәк диалектын өйрәнеп, бик күп ғилми асыштар яһай, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Ғалимәнең 100 йыллығы уңайынан уның тыуған ауылы мәктәбендә таҡтаташ яңыртылды.
Сәриә Миржанованы яҡындан белгәндәр уның тураһында ҡәҙерле иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, ғалимәнең тормош һәм фән юлына ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Үҙ ғүмерендә Сәриә Фәзулла ҡыҙы башҡорт теленең тарихи нигеҙҙәрен барлап, бер нисә фәнни экспедиция ойошторған. Иң ҙур хеҙмәттәренең береһе төньяҡ-көнбайыш диалекты үҙенсәлектәре тураһында.
Әбйәлил үҙәк район китапханаһында үткән сарала Сәриә Миржанованың фәнни мираҫына байҡау яһалды. Яҡташтары әҙибәнең халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен һаҡлауға индергән хеҙмәтен юғары баһаланы.
Азат Ғәлиуллин



