Акварелгә тоғролоҡ. Башҡортостандың халыҡ рәссамы Ләйсән Рәхмәтуллинаның баш ҡаланың 2-се балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә асылған яңы күргәҙмәһе шулай тип атала. Тәү сиратта йәш рәссамдар өсөн тәғәйенләнгән экспозицияны ҡарарға акварель оҫтаһының ижадташ дуҫтары һәм һынлы сәнғәт белгестәре лә йыйылды. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гөлдәриә Йосопова әҙерләгән яҙмала.

Башҡортостандың халыҡ рәссамы ләйсән Рәхмәтуллинаның иңендә Өфөлә һәм илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә ойошторолған 25 күргәҙмә. Ләкин улар араһында һынлы сәнғәттә тәүге аҙымдарын яһаусыларға ойошторолған экспозицияға рәссам айырым баҫым яһай. Сөнки буласаҡ рәссамдарҙың ҡыл ҡәләм оҫталығы тәү сиратта акварелдән башлана.Артабан инде Ләйсән Рәхмәтуллина кеүек оло ижадсылар ғына һынлы сәнғәттең был төрөн юғары ижад кимәленә еткерә.
Эскпозицияға Ләйсән Зөфәр ҡыҙының төрлө жанрҙарҙа ижад ителгән акварель һүрәттәре урын алған. Ижадсы үҙе уларҙы кесе форматтағы эштәрем тип баһалаһа ла, һынлы сәнғәт белгестәре уларҙы юғары оҫталыҡ өлгөһө тип билдәләй.
Ғәҙәттәгесә, Ләйсән Рәхмәтуллинаның күргәҙмәһе юғары зауыҡ менән ойошторолоуы, сағыу төҫтәре менән айырылып тора. Тышта яңы йыл ҡарҙары яуған илаһи мәлдә баш ҡала үҙәгендә урынлашҡан кес кенә күргәҙмәләр залы зәңгәр күк, сағыу сәскәләр, йәй төҫтәре бөркә, киләсәккә өмөт уята.
Юбилей йылын тамамлап, Ләйсән Рәхмәтуллина акварелгә тоғролоғон балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә иҫбатланы. Акварель сәнғәтендә быуындар күсәгилешлеген нығытҡан күргәҙмә ғинуар аҙағына тиклем эшләй.
Гөлдәриә Йосопова